7 декабрь, Шаршамбы

25 август 2011 йыл, 16:48

Башҡортостан Хөкүмәте менән Урал аръяғында бәләкәй бизнесты үҫтереү Программаһы бүлеге раҫланды

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Хөкүмәтенең 25 августағы ҡарары менән 2011 йылда Урал аръяғында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең ярҙамсы программаһы раҫланды.

Төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уны социаль интеграциялау өсөн уңайлы шарттар булдырыу Программа бүлегенең төп маҡсаттары итеп билдәләнде.

Бының өсөн эшҡыуарҙарҙың мәшғүллеге һәм үҙ-үҙен ойоштороу, иҡтисади һәм юридик яҡтан мәғлүмәтлелеген күтәреү, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарына консультациялар биреү һәм уҡытыу мәсьәләләре хәл ителә.

Ярҙамсы программа менән муниципаль программаларға ярҙам итеү ҡаралған. Федераль һәм республика бюджетынан бүленгән 42,4 миллион һум аҡса киләһе ике маҡсатта ҡулланыласаҡ: бизнесты башлау — «старт-ап» һәм лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялаштырыу.

Бәләкәй бизнес өсөн кредиттар алыу мөмкинлеген Сибайҙа һәм Асҡарҙа булған «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының офистары тәьмин итә. Бында эшҡыуарҙар бушлай консультация алыу һәм Өфөгә килеп тормайынса микрофинанслауға ғариза биреү мөмкинлегенә эйә.

Ярҙамсы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә сентябрҙә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты үҙ эшеңде булдырыу, һалым һәм дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса уҡыу семинары үткәрәсәк.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты шулай уҡ Программа бүлеген ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә октябрҙә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн бушлай ҡыҫҡа ваҡытлы уҡыу курстарын ойоштормаҡсы, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.