7 декабрь, Шаршамбы

25 август 2011 йыл, 15:31

Республикала 166 меңдән ашыу уҡытыусы иҫәпләнә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда мәғариф системаһында инновацион үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Бөгөн мәктәптәрҙең 80 процентынан күберәге, шулай уҡ барлыҡ урта һәм юғары һөнәри белем биреү йорттары интернет менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.  

«Башинформ» агентлығына Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы хәбәр итеүенсә, 100 уҡыусыға иҫәптә көндөҙгө дәүләт дөйөм белем биреү учреждениеларының компьютерҙар менән тәьмин ителеше 4,3 берәмек тәшкил итә. 100 студентҡа иҫәптә дәүләт юғары уҡыу йорттарының – 9,4 берәмек, дәүләт урта махсус уҡыу йорттарының – 8,7 берәмек.

Инновацион белем биреүҙең мотлаҡ шарты – уҡыу йорттарында иң яҡшы педагогтарҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙың квалификацияһын даими үҫтереүҙе тәьмин итеү.

Әлеге вҡытта мәғариф өлкәһендә 166,5 мең кеше йәғни республикала эшселәр һанының 14 проценты эшләй. Мәктәп уҡытыусыларының 84 проценты юғары белемгә эйә. Урта махсус уҡыу йорттарында был күрһәткес бер аҙға юғарыраҡ – уҡытыусыларҙың 94 проценты. Һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының өстән ике өлөшө (65 проценты) – фән докторы йәки кандидаты.