8 декабрь, Кесе йома

25 август 2011 йыл, 14:05

Башҡортостанда ИКЕА асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков, Андрей Старостин

Бөгөн, 25 августа, Өфөлә ИКЕА магазины асылды. Ғаилә сауҙа үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм ИКЕА-ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлаг сығыш яһаны.

— Беҙ ИКЕА компанияһы менән берлектәге эшебеҙҙең оло этабын тамамлайбыҙ. Был эш һөҙөмтәһендә ошо күркәм сауҙа үҙәге асылды, — тине тантанала Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты Рәстәм Хәмитов йыйылғандарҙың барыһын да Өфөлә ИКЕА сауҙа үҙәге асылыуы менән ҡотланы һәм был ваҡиға артында уртаҡ тырышлыҡ менән хәл ителгән етди ауырлыҡтар тороуын билдәләне.

— ИКЕА компанияһы коллективына, был компанияның етәкселәренә иң ауыр мәлдәрҙә лә төшөнкөлөккә бирелмәгәндәре һәм эшләүҙәрен дауам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде еткерергә теләйем. Һөҙөмтәлә ошондай ҙур, матур сауҙа үҙәгенә эйә булдыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов үҙенең дә ИКЕА хеҙмәттәренән файҙаланғаны тураһында һөйләне. Ун йылдан ашыу элек уны Мәскәүгә эшкә күсергәндәр. Һәм фатирға ремонт үткәргәндән һуң мебель һатып алыу мәсьәләһе тыуған.

— Миңә Мәскәүҙә яңыраҡ ҡына асылған ИКЕА магазинына барырға кәңәш иттеләр, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. — Шулай эшләнем дә. Бик матур компьютер өҫтәле, диван, ултырғыстар, шкаф һатып алдым.

— Был мебель миңә әле лә хеҙмәт итә, — тине Башҡортостан Президенты. — Һәм мин тәүге тапҡыр мебелде күпләп ИКЕА магазинында һатып алыуыма шатмын.

Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, уның тарихы башҡаларҙан айырылмай. Илдәге бик күп кешеләр ИКЕА-ны гарантиялы сифат, юғары булмаған хаҡтар һәм матур хеҙмәтләндереү тип белә.

Башҡортостан Президенты, был ИКЕА компанияһының республикала асылған һуңғы магазины түгелдер, тигән ышанысын белдерҙе. Сөнки Башҡортостанда инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Рөстәм Хәмитов, яҡшы инвестицион климат бихисап компанияларҙың иғтибарын йәлеп итәсәк, тигән фекерҙә.

Яңы сауҙа комплексының асылыуы республика предприятиеларын да сифатлыраҡ продукция етештереүгә этәрергә тейеш. Шул саҡта улар ҙа эре селтәр компанияларының поставкалаусылары була ала.

— Барыһы ла етештереүселәребеҙҙән, уларҙың нисек эшләүенән, ИКЕА, «Леруа Мерлен», «Ашан» кеүек эре корпорациялар менән бәйләнеш булдырырға ынтылыуҙарынан тора, — ти Рөстәм Зәки улы. — Миңә билдәле булыуынса, был компанияларҙың менеджменты урындағы етештереүселәрҙе һәм тауар менән тьәмин итеүсе фирмаларҙы йәлеп итеү яҡлы. Ә беҙ, үҙебеҙҙең яҡтан, был процесты алға этәрербеҙ  — ошо сауҙа селтәрҙәрен үҙҙәренең тауарҙары менән тәьмин итәсәк производстволар, предприятиеларҙың аяҡҡа баҫыуына ярҙам итәсәкбеҙ.

ИКЕА-ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлаг, яңы сауҙа комплексы тәҡдим иткән бизнес-идеялар һәм йортто йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәр Өфө халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тигән ышанысын белдерҙе. Ул Башҡортостан Президентына ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.

— Беҙ социаль яуаплы компания һәм оҙайлы ваҡытҡа килгән инвестор, — тип ышандырҙы Пер Вендшлаг. — Һәм матур мөнәсәбәттәр булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ.

Компания етәкселеге исеменән ул Башҡортостан Президентына иҫтәлекле бүләк — мебель йыйыу инструментына оҡшатып яһалған сувенир тапшырҙы.