6 декабрь, Шишәмбе

25 август 2011 йыл, 14:31

Башҡортостанда баланы уллыҡҡа алыусы граждандарға әсәлек капиталын түләү тәртибе раҫланды

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Хөкүмәтенең 23 августағы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә даими йәшәүсе һәм баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусы граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды.

Документта, бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә түләнеүсе башҡа пособиеларға ҡарамаҫтан тәғәйенләнә, тип билдәләнә.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пособие «Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль законының 6-сы статьяһында ҡаралған әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә уллыҡҡа алынған һәр балаға түләнә.

Бала алыусылар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособиены тулыһынса йәки өлөшләтә киләһе йүнәлештәрҙә тотона ала: бала алған ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға; уллыҡҡа алынған баланы дауалауға; уны шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыуға; балаға белем биреүгә.

Рәсәй Федерацияһы гражданы булған, Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәүсе һәм республикала даими йәшәүсе баланы уллыҡҡа алған ата-әсәнең береһе бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие алыуға хоҡуҡлы.

Ике һәм унан күберәк баланы уллыҡҡа алған осраҡта бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие һәр балаға түләнә.

Пособие тәғәйенләү тәртибендә киләһе сикләү бар: уллыҡҡа бала алған кеше баланың үгәй атаһы йәки үгәй әсәһе булһа, пособие түләнмәй.

Ҡарар 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғәмәлгә ингән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.

Документтың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаға йөкмәтелгән.