6 декабрь, Шишәмбе

25 август 2011 йыл, 13:02

Туймазыла Рус мәҙәниәте аҙналығы үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Туймазыла Рус мәҙәниәте аҙналығы дауам итә. Уны асыу тантанаһы дүшәмбелә «Родина» мәҙәниәт һарайының Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә булған.

Кесе йома, 25 августа, мәҙәниәт аҙналығы сиктәрендә Туймазы балалар сәнғәт мәктәбендә «Минең республикам» балалар биҙәү-ғәмәли сәнғәт конкурсына йомғаҡтар яһаласаҡ, Түбәнге Троицк ауылы китапханаһында «Боронғоно иҫләйбеҙ, боронғоно хөрмәтләйбеҙ» фольклор байрамы үтәсәк. Бөгөн иһә Ҡандра ауылында «Шаян йәрминкә!» кисәһе планлаштырылған.

Рус мәҙәниәте аҙналығы йома, 26 августа тамамланасаҡ, уны ябыу тантанаһы Туймазы педагогия колледжында үтәсәк.

«Башинформ» агентлығына район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың сентябрендә Туймазыла шулай уҡ Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына ҡарата сыуаш һәм украин мәҙәниәте аҙналыҡтары үтәсәк.

Туймазы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Дилә Арыҫланова Милли мәҙәниәттәр аҙналыҡтары халыҡтар араһындағы үҙ-ара аңлашыуҙы, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә, тип иҫәпләй. Улар йәштәрҙе туған телгә һәм боронғо йолаларға йәлеп итергә ярҙам итә.