Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөләге традицион күсемһеҙ милек күргәҙмә-йәрминкәһе форматын үҙгәртә

Иҡтисад

27-29 октябрҙә Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында күсемһеҙ милек, төҙөлөш һәм инвестициялар буйынса форум үтәсәк. Бығаса ойоштороусылар тарыраҡ форматҡа өҫтөнлөк биреп, күргәҙмә-йәрминкә һәм эшлекле программа менән сикләнһә, хәҙер, заман шарттарынан сығып, был сара киңерәк форматҡа күсә.

«Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, форумдың эш программаһы профессионалдар өсөн конференциялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороуҙы, халыҡ өсөн консультациялар, мастер-кластар һәм тренингылар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Традицион «Күсемһеҙ милек. Көҙ–2011» күргәҙмәһендә күсемһеҙ милек һәм төҙөлөш баҙарында ҡатнашыусыларҙың — республика, Рәсәй һәм сит илдәрҙең алдынғы операторҙарының объекттары һәм хеҙмәттәре тәҡдим ителәсәк. Сараның бизнес-турҙарҙан, яңы объекттар һәм хеҙмәттәрҙе презентациялауҙан торған күсмә өлөшө лә киңәйтелгән.

— Әгәр форум беҙгә өҫтәмә рәүештә тағы бер генә фатирҙы һатырға ярҙам итһә лә, ул үҙен тулыһынса аҡланы, тип иҫәпләйәсәкбеҙ, — ти күргәҙмәнең даими ҡатнашыусылары – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды вәкилдәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть