Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Бөгөн – Муса Йәлилде иҫкә алыу көнө

Йәмғиәт

Бөгөн шағир-герой Муса Йәлилде иҫкә алыу көнө. Нәҡ ошо көндә, 1944 йылдың 25 авгусында, билдәле татар шағиры фашистар тарафынан язаға тарттырылған.

«Башинформ» агентлығына «Шағир-герой Муса Йәлил исемен мәңгеләштереү» төбәк-ара йәмәғәт фонды рәйесе Виктор Евстигнеев хәбәр итеүенсә, Муса Йәлилде Башҡортостан менән күп нәмә берләштерә, Өфөлә булғанында ул башҡорт яҙыусылары, шағирҙары, композиторҙары менән аралашҡан. Уның исемен мәңгеләштереү өсөн шағирҙың тыуған ауылында (Ырымбур өлкәһе) мемориаль комплекс төҙөлгән, төбәк-ара йәмәғәт фонды булдырылған, фондтың төбәк бүлексәләре Башҡортостанда һәм Татарстанда бар.  

Өфөнөң Дим районында Муса Йәлил исемен йөрөткән урам бар.

Муса Йәлилде иҫкә алыу көнөнә ҡарата саралар бөгөн Ҡазанда үтәсәк. «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 1 Май майҙанында һәйкәл алдында митинг һәм сәскәләр һалыу тантанаһы ойоштороласаҡ. Йәлилдең музей-фатирында Ҡазан педагогтары өсөн шағирҙың ҡыҙы Сулпан Йәлилова менән осрашыу үтәсәк. Сара музейҙың «Шиғриәт. Мөхәббәт. Һуғыш» экспозицияһы урынлашҡан әҙәби-музыкаль залында уҙғарыласаҡ. Осрашыуҙа Муса Йәлил шиғырҙары һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть