Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡариҙел районында бизнесты микрофинанслау офисы асылды

Иҡтисад

Көн элгәре Ҡариҙел ауылында мөһим ваҡиға булды: бында «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының офисы асылды.

Офисты асыу тантанаһында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡатнашты, ул Ҡариҙел районы эшҡыуарҙарын был мөһим ваҡиға менән ҡотланы.

— Эшҡыуарҙарға административ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итеү, уларға үҫешеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу – беҙҙең төп маҡсат. «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге»нең офисы асылғас, бәләкәй бизнес субъекттарына микрокредиттар алыу еңелләшәсәк, сөнки Өфөгә барырға кәрәкмәйәсәк. Был үҙ сиратында Ҡариҙел районында ғына түгел, ә ғөмүмән республиканың төньяҡ-көнсығыш территорияһында бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтерергә булышлыҡ итәсәк, — тине Руслан Кинйәкәев.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, офис ағымдағы йылдың август айында Ҡариҙел районы хакимиәте менән БР микрофинанслау үҙәге араһында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау өлкәһендә төҙөлгән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында ике яҡлы килешеү нигеҙендә асылды.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Мусин районда эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенең ярайһы уҡ юғары кимәлдә булыуын билдәләне. Бөгөнгө көндә муниципаль берәмектә 638 бәләкәй предприятие бар.

— Яңы офиста бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына бушлай консультациялар ойоштороласаҡ, шулай уҡ бында йылына 11 процент ставкалы, бер миллион һумлыҡ кредит юлларға, килешеүҙәр төҙөргә ярҙам итәсәктәр. Офис хеҙмәткәрҙәре эшҡыуарҙарға даими ярҙам итеп торасаҡ, — тине «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Илһам Закиров. – Киләсәктә эшҡыуарҙарға бизнес-пландар, финанс отчеттар төҙөү һәм башҡа документтар әҙерләү буйынса ярҙам итергә уйлайбыҙ.

Ҡариҙел ауылындағы офис республиканың төньяҡ-көнсығыш эшҡыуарҙарын хеҙмәтләндерәсәк. Был Ҡариҙел, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Нуриман, Асҡын, Балаҡатай һәм Ҡыйғы муниципаль райондары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть