Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Химпром» һәм Семеновское алтын йыуыу фабрикаһы экологик хәүефһеҙлек программаһына индереләсәк

Иҡтисад

Консервацияға ябылған, экологик яҡтан хәүефле бер юлы ике объект – «Химпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Семеновка алтын йыуыу фабрикаһы – «Рәсәйҙә экологик хәүефһеҙлек» федераль программаһына индереләсәк. Был программа илдә 2012 йылда әҙер буласаҡ.

— Беҙҙә уҙған йылдарҙан ҡалған экологияға зыянлы бер нисә предприятие иҫәптә тора. Шуларҙың береһе – 2004 йылда консервацияға ябылған «Химпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. «Химпром» территорияһы, ә был 300 гектарҙан ашыу ер, зарарланған, әлбиттә. Объект потенциаль хәүефле. Шуға күрә бында даими мониторинг алып барыла. Әлеге мәлдә «Химпром» биләмәһен санациялау буйынса проект документацияһы әҙер. РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев хат аша беҙҙе, «Химпром» йәмғиәте территорияһын санациялау проекты өҫтөнлөклө рәүештә «Рәсәйҙә экологик хәүефһеҙлек» милли программаһына индереләсәк, тип ышандырҙы, — тине Ижтимағи электрон гәзит менән ойошторолған онлайн-конференцияла БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов.

Ошо уҡ программаға тағы бер объектты индереү планлаштырыла. Сиратта — республиканың Баймаҡ районында урынлашҡан әүәлге Семеновское алтын йыуыу фабрикаһы. Ошо арала Семеновское алтын йыуыу фабрикаһы биләмәһен санациялау буйынса пректлау эштәре башланырға тейеш. Шулай итеп, Башҡортостанда әлеге ваҡытта экологик хәүефһеҙлек буйынса федераль программаға индереләсәк ике ҙур объект иҫәпләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть