8 декабрь, Кесе йома

24 август 2011 йыл, 17:54

Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһына 4 миллиард һум самаһы аҡса күсерелгән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау республика программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға 4 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Уларҙың 2 миллиардынан күберәге Федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан күсерелгән. Ҡалған аҡсаларҙы төбәк өсөн Башҡортостан Республикаһының Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бүлгән.

Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, алынған аҡсаларҙың ҙур өлөшө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, медицина ярҙамын күрһәтеүҙең федераль стандарттарын ҡулланылышҡа индереүгә тотоноласаҡ.

Стандарттарҙы ҡулланылышҡа индереүгә килгәндә, бөгөнгө көнгә республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары күләмдәр буйынса пландарҙың 20 процентынан артыҡ күләмен үтәмәй. Тикшеренеүҙәр барышында асыҡланыуынса, күпселек дауаханалар һәм поликлиникалар федераль стандарттарҙы ҡулланылышҡа индереү мәсьәләләре буйынса хаталар яһай, йәки уларҙы тулыһынса аңлап етмәй. Был йүнәлештә әле күп нәмәләр эшләйһе бар, бының өсөн Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды, баш врачтар менән әүҙемерәк эшләргә, медицина хеҙмәткәрҙәре йыйылыштарында ҡатнашырға кәрәк, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.