11 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2011 йыл, 17:01

Ужым сәсеүлектәренең майҙаны республикала 200 мең гектарҙан ашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан баҫыуҙарында ужым культуралары бөгөн 201 мең гектарҙа сәселгән, планлаштырылғанға ҡарата был 31%. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, страховка культураларын сәсеү тиҙлеге быйыл күпкә юғары. Былтыр был датаға ҡарата аграрийҙар майҙандарҙың 18 процентын ғына сәскәйне.  

Республикала ужым култураларын сәсеүҙе яртылаш тамамлаған төбәктәр ҙә бар, улар — Балтас, Балаҡатай, Бишбүләк, Краснокама, Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондары.

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре фекеренсә, республиканың бихисап райондарында үткән ямғырҙар ужым сәсеүгә уңайлы шарттар тыуҙырған.