10 декабрь, Шәмбе

24 август 2011 йыл, 16:54

Өфөлә китап уҡыуҙы пропагандалау акцияһы үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Белем көнө алдынан, 29,30 һәм 31 августа, Өфөлә китап уҡыуҙы пропагандалау акцияһы үтәсәк. Сараны БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Рәсәй балалар фондының республика бүлексәһе ойоштора.

«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, акция сиктәрендә күп төрлө саралар планлаштырылған. Шулай итеп, сараның тәүге көнөндә, 29 августа, Спутник ФМ радиоһы һәм Юлдаш радиоһы тулҡындарында викторина үткәреләсәк. Шул уҡ көндә Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда энтузиастар төркөмө китап уҡыуҙы пропагандалап, үҙ сығыштарын ойошторасаҡ. 31 августа китап магазиндарында билдәле ғалимдар, яҙыусылар, артистар ҡатнашлығындағы матур байрам көтөлә. Урында уҡ балалар өсөн уйын-викториналар үтәсәк.

Бынан тыш, өс көн дауамында «Академкитап», «Китап» һәм «Белем» китап магазиндарында ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн яңы китаптар йыйыу ойоштороласаҡ.