Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда игендән тулайым йыйым 1,6 миллион тоннанан ашты

Иҡтисад

24 августа республика игенселәре ураҡ кампанияһының йәнә бер сиген үтте. Иген культуралары майҙандарҙың яртыһында сабылған. Был 820 мең гектар. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, 776 мең га ашлыҡ һуғылған. Планға ҡарата был 47%. Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Саҡмағош һәм Шаран райондарында ураҡ кампанияһы һуңғы стадияһына яҡынлашты.

Игендән тулайым йыйым быйыл 1,6 миллион тоннанан артып китте. Уртаса уңыш — гектарынан 20,9 центнер. Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош районы эшсәндәре һәр гектарҙан 30 центнерҙан ашыу уңыш ала. Бураға иң күп ашлыҡ һалыусылар — Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары  — 113,1 мең тонна.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть