Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Азат Ҡотлоәхмәтов: «Ҡарт тирәктәрҙе ликвидациялау мәсьәләһе планға ярашлы хәл ителә»

Иҡтисад

Өфөнө ҡарт тирәктәр проблемаһы борсой, әммә ул планға ярашлы хәл ителә: ағастар йыл һайын ҡырҡыла, һәм был маҡсатҡа средстволар ҙа бүленә. Был хаҡта бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» (i-gazeta.com) сайтында үткән онлайн-конференцияла гәзит уҡыусыһы һорауына яуап итеп, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов белдерҙе.

Азат Ҡотлоәхмәтов билдәләүенсә, элегерәк ҡалалар һәм башҡа тораҡ пункттарҙы йәшелләндереү өсөн ҙур күләмдә тирәктәр ултыртылған, сөнки улар тиҙ үҫеү буйынса рекордсмендар. Уларҙы «ҡала үпкәһе» тип тә атағандар. Хәҙер, 40-50 йылдан һуң, уларҙың күбеһе авария хәлендә.

— Тирәктәрҙең үҙағасы ярайһы мурт булғанға күрә, төрлө сәбәптәр арҡаһында ҙур ботаҡтары һынып төшә, уларҙың юлдарға, автомобилдәргә, хатта кешеләр өҫтөнә төшкән осраҡтары ла булды, — тине министр.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл Өфөлә 550 ҡарт тирәк бысылған. Уларҙы ҡырҡыу менән ҡаланың Коммуналь хужалыҡ идаралығы шөғөлләнә. Заявкалар йыйыуҙы ла улар алып бара.

— Ҡарт ағастарҙы ликвидациялауға аҡса етмәй, тип әйтмәҫ инем. Йыл һайын йөҙәрләгән ағас ҡырҡыла, әммә шуға ҡарамаҫтан проблема ҡала әле, — тип билдәләне Азат Ҡотлоәхмәтов.

Шуныһы ла бар, йәй башында бар ҡаланы баҫҡан аллергияға булышлыҡ итеүсе тирәк мамығы кеүек етди проблема ла ошо ағастарға бәйле. Ябай тирәктәрҙең альтернативаһы – уның пирамидаль төрҙәре. Өфө халҡы ла, урындағы властар ҙа йәшел, төҙөкләндерелгән ҡала статусын һаҡлап ҡалырға теләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть