10 декабрь, Шәмбе

24 август 2011 йыл, 15:41

Астра һәм календула – Өфөлә иң популяр сәскәләр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Астра, сәрүәр, календула, мальва Өфөлә иң популяр сәскәләр тип табылды. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә «Өфө Торлаҡ хужалығы идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһының директоры Борис Герасимов әйтте. Популярлыҡ кимәле «Ҡала – беҙҙеке, һәм беҙ — унда хужа!» конкурсы барышынды билдәләнде. Уның сиктәрендә иң яҡшы өй алды баҡсаһы асыҡланды. Һанап үтелгән һәм башҡа төр сәскәләрҙе Өфөнөң һәр тиерлек сәскә түтәлендә күрергә була.

Борис Герасимов шулай уҡ Өфөлә 2006 йылдан башлап үткәрелгән «Өлгөлө ихата, өлгөлө йорт, өлгөлө подъезд» конкурсы барышы хаҡында ла һөйләне.

— Әүҙем тормош позициялы өфөлөләр өсөн был ғәҙәти конкурсҡа әүерелде, улар торлаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре менән бергә үҙҙәренең өй алды биләмәләрен төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, — тип комментарий бирҙе Борис Герасимов.

Конкурсҡа йомғаҡтар август аҙағында яһаласаҡ. Һәр номинацияла еңеүселәр 195 объект араһынан билдәләнәсәк.