4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2011 йыл, 15:07

Өфөлә бер тәүлеккә «Һөт кафеһы» асыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

3 сентябрҙә Өфөлә «Һөт иле-2011» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә һөт кафеһы асыласаҡ. Аграр байрам ҡунаҡтарына һөттән эшләнгән тиҫтәләгән ризыҡ һәм эсемлектәр тәҡдим ителәсәк. Байрамға килеүселәрҙе һөттән һәм һөт ҡушып әҙерләнгән ризыҡтар төрлөлөгө хайран итер. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кафела тәмле һый-ниғмәттәр һатып алыу, дөйөм сатыр эсендәге ағас өҫтәлдәр артында ял итеү генә түгел, төшкө сәғәттәрҙә бушлай таратыласаҡ һөтлө бутҡаларҙан ауыҙ итергә лә мөмкин буласаҡ.

Ошонда уҡ ҡаҙан ҡуйыласаҡ һәм тамашасылар алдында милли продукт – ҡыҙыл эремсек әҙерләнәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе «Һөт иле–2011» Бөтә Рәсәй фестивале баш ҡалабыҙҙа 3 сентябрҙә үтәсәк.

Фестиваль үткәреү урыны итеп Өфө осраҡлы һайланмаған. Эре мал, һыйырҙар иҫәбе һәм һөт етештереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Байрамды Милли һөт етештереүселәр союзы, Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора.