6 декабрь, Шишәмбе

24 август 2011 йыл, 14:18

Волга буйы федераль округы төбәктәре араһынан туристар Башҡортостанға өҫтөнлөк бирә

автор: Алик Шакиров

www.kurortrussia.ru сайтында интерактив һорау алыу дауам итә. Сайтҡа инеүселәргә улар турист булараҡ яҡын арала барырға теләгән Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктең береһен һайларға тәҡдим ителә.

Курорт Медиа реклама-мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2011 йылдың 30 сентябренә тиклем сайтҡа инеүселәр Волга буйы федераль округының унда барыу өсөн иң ҡыҙыҡлы тип тапҡан төбәген һайлай ала.

Әлегә тәүге өс лидер иҫәбендә киләһе төбәктәр: Башҡортостан Республикаһы, Татарстан Республикаһы һәм Пермь крайы. Уларҙан ҡала Түбәнге Новгород, Пенза һәм Ульяновск өлкәләре килә. Волга буйы федераль округының 14 төбәк исемлегенең иң аҙағында – Удмуртия Республикаһы.

28-30 сентябрҙә Түбәнге Новгородта үтәсәк Волга буйы федераль округының туристик ресурстары фестиваль-презентацияһында интерактив тауыш биреүҙең өс еңеүсе төбәге махсус наградалар менән билдәләнәсәк.