Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә янғын һүндереүселәргә һыу етмәй

Йәмғиәт

Өфөнөң бер нисә районында янғын һүндереүселәрҙе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора. Айырыуса был Дим, Ленин һәм Калинин райондарына, шулай уҡ ҡала биләмәһендә урынлашҡан ҡасабаларға ҡағыла. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфөнөң Янғын һағы идаралығы начальнигы Рауил Кәримов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Өфөлә бөгөн 54 урам һәм 17 тораҡ пункт һыуһыҙ интегә.

Рауил Кәримов мәсьәләне «Уфаводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итеү һәм пирстар менән быуалар төҙөү иҫәбенә хәл итергә тәҡдим итте. Мәҫәлән, 2010 йылда пирстар Максимовка биҫтәһендә, Нуғай ҡасабаһында, ә Чесноковкала быуа төҙөлгән. Әлеге ваҡытта Нижегородкала проектлау һәм пирс төҙөү эштәре алып барыла. 2015 йылға тиклем Өфөлә дөйөм алғанда һигеҙ яңы пирс барлыҡҡа килергә тейеш.

Ҡала башлығы Павел Качкаев фекеренсә, янғын һүндереүгә һыу етмәү проблемаһын 2012 йыл дауамында уҡ хәл итергә мөмкин. Бының өсөн ҡалала янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бүленгән средстволарҙы кәрәкле йүнәлештә ебәрергә кәрәк. Ә улар аҙ бүленмәй. Әммә аҡсаның ҙур өлөшө иң мөһимдәре иҫәбендә булмаған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, мәҫәлән, физкультура-тренировкалар комплекстары төҙөүгә китә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть