4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2011 йыл, 13:42

Республиканың кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре һөнәри конкурста көс һынашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың сентябренән алып октябрь айына тиклем республикала тәүгә «Кадровик-профессионал» конкурсы үтәсәк. Ул Рәсәйҙә рәсми рәүештә булмаһа ла 12 октябрҙә билдәләнгән Кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата үткәрелә.

«Кадровик-профессионал-2011» конкурсы Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ярҙамында «Респект» хоҡуҡ компанияһы менән ойошторолған.

Бәйгелә кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ бюджет һәм коммерция ойошмаларының кадрҙар һайлау буйынса белгестәре ҡатнаша ала.

Кадровик һөнәренең абруйын һәм ижтимағи әһәмиәтлелеген арттырыу, шулай уҡ уларҙың һөнәри оҫталыҡтарын һәм эш сифатын күтәреү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.

Сара сиктәрендә «Кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре аҙналығы» үтәсәк, унда конкурста ҡатнашыусылар өсөн «Власть менән тура диалог» темаһына конференция, шулай уҡ семинарҙар һәм тренингтар ҡаралған.

Еңеүселәр дипломдар, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк, конкурста ҡатнашыусы сертификатын аласаҡ.