5 декабрь, Дүшәмбе

24 август 2011 йыл, 12:32

Өфөлә «Һөт оҫтаханаһы» асыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Һөт иле — 2011» Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә Өфөлә 3 сентябрҙә балалар өсөн «Һөт оҫтаханаһы» асыласаҡ. Ул әүәләп яһау, һаламдан үреү һәм буяу буйынса мастер-кластарын үткәреү өсөн махсус зона буласаҡ. Аниматорҙар көн дауамында балалар өсөн бүләктәр менән төрлө конкурстар үткәрәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Оҫтаханала грим һалыусылар ҙа эшләйәсәк. Улар билдәле йәнһүрәттәр буйынса балаларҙың битенә сағыу һүрәттәр төшөрәсәк. Ә балалар ҙур яһалма һыйырҙарҙы буяуҙа ҡатнаша аласаҡ.

Фестивалдә ҡатнашыусы Бәләбәй һөт комбинаты, «Вимм-Билль-Данн» һәм «Ағиҙел» компаниялары ла балалар өсөн махсус программалар әҙерләгән.