11 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2011 йыл, 11:55

«Һөт иле – 2011» Бөтә Рәсәй фестивале 3 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәйҙәге тәүге ҙур һөт байрамы — «Һөт иле – 2011» Бөтә Рәсәй фестивале – 3 сентябрҙә Башҡортостан баш ҡалаһында үтәсәк.

Фестивалде үткәреү урыны итеп Өфө осраҡлы ғына һайланмаған. БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эре мал һаны һәм һөт етештереү буйынса бөгөн Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора.

Сараны ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында Милли һөт етештереүселәр союзы сығыш яһай. Фестиваль РФ Ауыл хужалығы министрлығы менән тәҡдим ителгән Бөтә Рәсәй һөт һәм һөт аҙыҡтарын ҡулланыуҙы дәртләндереү программаһы сиктәрендә үтәсәк.

Байрам ҡала Советы алдындағы майҙанда уҙғарыласаҡ. Фестиваль программаһы сараларға бай булмаҡсы. Байрамға килеүселәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша аласаҡ.