10 декабрь, Шәмбе

24 август 2011 йыл, 11:40

Рөстәм Хәмитовтың иң яҡшы лоббистар исемлегендәге рейтингы тағы күтәрелгән

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең тәүге ун иң яҡшы лоббисы-төбәк лидерҙары араһындағы рейтингы күтәрелеүен дауам итә. Был «Независимая газета» заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы менән ағымдағы йылдың июль айында үткәрелгән тикшереүҙәр йомғаҡтарынан күренә.

«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында төбәк лидерҙары исемлегендә Рөстәм Хәмитов Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев менән етенсе-һигеҙенсе урындарҙы бүлешә. Әгәр быйылғы йылдың июнендә Башҡортостан Президентының позицияһы 4,01 балл менән баһаланһа, июлдә был коэффициент тағы артҡан һәм 4,04 балға еткән.

«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында тәүге өс лоббист-төбәк лидерҙары исемлеген Мәскәү мэры Сергей Собянин башлап ебәргән, артабан Валентина Матвиенко (Санкт-Петербург) менән Роман Абрамович (Чукотка АО) килә.

2011 йылдың июлендәге Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары-төбәк лидерҙары рейтингын тикшереү һөҙөмтәләре 24 августа «Независимая газета» сайтында донъя күргән.