7 декабрь, Шаршамбы

24 август 2011 йыл, 10:22

Башҡортостанда «Мин - граждан» икенсе йәштәр форумы тамамланды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостанда Бөрө районының «Урман әкиәте» ял базаһында «Мин — граждан» йәштәр форумы тамамланды. Уның ойоштороусыһы булып «Берҙәм Рәсәй» партияһына ярҙам фонды һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сығыш яһаны. Республиканың барлыҡ тиерлек район һәм ҡалаларынан йыйылған йәштәр биш көн дауамында һайлау штабы технологтары, муниципаль һайлауҙарҙа потенциаль кандидаттар сифатында белемен камиллаштырҙы, интернет-өҫтөнлөк, киң мәғлүмәт саралары менән эшләү, йәштәр парламентаризмы үҫешенең үҙенсәлектәре менән танышты. Был – республикала икенсе «Мин — граждан» форумы. Былтыр «Березка» һауыҡтырыу комплексында үткән тәүге форумда республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашҡайны.

Быйыл БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов, БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов йәштәр форумының ҡунаҡтары һәм лекторҙары булды.

— Беҙ йәштәрҙе матур тәбиғәт ҡосағында ял итер өсөн йыйманыҡ. «Йәш Гвардия»ның төбәк штабы үҙҙәре алдында ҡуйған төп бурыстар –яңы йәш лидерҙарҙы асыҡлау, йәштәрҙең сәйәси яҡтан мәғлүмәтлелеген күтәреү, ҡатнашыусыларҙа үҙ-үҙен ойоштора белеү һәләтен үҫтереү, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, — тине «Йәш Гвардия»ның төбәк штабы начальнигы Константин Канунников.

Йәштәр лагеры директоры, БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко һүҙҙәренә ҡарағанда, форум мэрын һайлау төп сараларҙың береһе булды. Һайлау алды кампанияһы, пропаганда һәм агитация үткәреү барышында йәштәр тулы бер уҡыу курсын үтеп, буласаҡ һайлауҙарға тулыһынса әҙерләнә алды. Әйткәндәй, форумда үткән барлыҡ саралар хаҡында бында көн һайын сығарылған гәзиттән белергә була ине.

«Мин — граждан» форумын ябыу тантанаһында популяр VIA ЧАППА төркөмө сығыш яһаны.