10 декабрь, Шәмбе

24 август 2011 йыл, 9:12

КүмАПП «МАКС–2011» авиасалонында яңы ике вертолетын тәҡдим итте

автор: Любовь Колоколова

Жуковский ҡалаһында ошо арала тамамланған X «МАКС–2011» халыҡ-ара авиация-йыһан салонында авиация-йыһан сәнәғәтенең инновацион эшләнмәләре һәм перспективалы изделиелары күрһәтелде. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, юбилейлы салон эшендә 40 илдән 800-ҙән ашыу компания ҡатнашҡан, демонстрация майҙанында 241 һауа судноһы киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителгән. «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы продукцияһы ла улар араһында лайыҡлы урын алған.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, «КүмАПП» йәмғиәте күргәҙмәлә халыҡ иғтибарына ике Allison250-C20R/2 «Роллс-Ройс» газ турбиналы двигатель ҡуйылған күп маҡсатлы еңел Ка-226Т вертолетын тәҡдим иткән. Винтлы машина ете пассажир йөрөтөү, йөк ташыу (1046 килограмға тиклем), патрулгә сығыу, мониторинг һәм башҡа махсус бурыстарҙы хәл итеү өсөн тәғәйенләнгән. Ошонда уҡ уртаса күләмдәге киң ҡулланылышлы Ка-32А11ВС вертолеты ла күрһәтелгән.