10 декабрь, Шәмбе

23 август 2011 йыл, 18:01

Татар тарихи-мәҙәни үҙәге Бүздәк районында сәскәләр байрамын ойошторҙо

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге активистары Бүздәк районында «Сәскәләр көнөн» ойошторҙо. Сарала урындағы халыҡ, ике мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Байрамға ҡарата сәскәләр композициялары һәм үҙенсәлекле гөлләмәләр күргәҙмәһе ойошторолдо. Иң яҡшыларының авторҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Байрамда «Хәтирә» татар фольклор коллективы сығыш яһаны, Әлфрид Насыров етәкселегендәге гармунсылар ансамбле боронғо татар йырҙарын башҡарҙы.