Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Өфөлә Экология көнө» экофестивале көтөлә

Йәмғиәт

Шәмбе, 27 августа, Өфөнөң Иван Якутов исемендәге паркында «Өфөлә Экология көнө» экофестивале үтәсәк. Буласаҡ фестиваль эко-йәрминкә, мастер-кластары, байрам концерты, спорт ярыштарынан ғибәрәт. Сараны ойоштороусылар булып Якутов исемендәге парк һәм ЭКА йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай.

— Фестиваль программаһында — «Оҫталар ҡалаһы» менән тәҡдим ителгән ҡул эштәре күргәҙмәһе, мастер-кластары. «Бәхет бушлай» социаль проект сиктәрендә балалар һәм ололар өсөн интерактив майҙансыҡ, шулай уҡ төрлө экологик хәрәкәт проекттарын презентациялау ойоштороласаҡ, — тип һөйләне ЭКА йәмәғәт ойошмаһының төбәктәге етәксеһе Гүзәл Латыпова.

Фестиваль 15 сәғәттә башлана. Парктың спорт майҙансығында ҡунаҡтарға го көнсығыш уйыны буйынса мастер-класс, асыҡ һауала йога һәм башҡа саралар тәҡдим ителәсәк.

Экофестиваль ике сәғәтлек байрам концерты менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть