5 декабрь, Дүшәмбе

23 август 2011 йыл, 17:08

Игенселәр 1,5 млн тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

23 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда бер миллион 574 мең тонна иген һуғылған. БР Ауыл хужалығы министрлығының оператив мәғлүмәте буйынса, иген сәселгән майҙандарҙың яртыһы тиерлек (46%) йыйып алынған. Уртаса уңыш – гектарынан 20,9 центнер. Яҙын эшләнгән өс миллион тонна иген йыйыу тураһындағы күҙаллау раҫҡа сыға.

Ямғыр ураҡ эштәре темпына бер аҙ үҙгәрештәр индерҙе, әммә белгестәр, дым тупраҡҡа ҡамасауламаясаҡ, тигән фекерҙә.  Ул әле шәкәр сөгөлдөрөнә һәм ужым культураларына бик ярап ҡаласаҡ.

Ни бары төньяҡ райондарҙа – Асҡын, Ҡариҙел, Мишкәлә — урып йыйыу эштәре дауам итә. Бында ямғырҙар юҡ.

Параллель рәүештә аграрийҙар ужым арышы, ужым бойҙайы, тритикале сәсә. Бөгөнгө көндә улар планлаштырылған майҙандарҙың 30 процентында – 192 мең гектарҙа сәселгән.