Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Йәшелсәселәр мул уңыш көтә

Иҡтисад

Башҡортостанда мул йәшелсә уңышы көтөлә. Һауа шарттары быйыл уңай килде. Республиканың бер нисә хужалығында урыны менән иртә өлгөрөүсе картуф ҡаҙыуға төштөләр.  Уның уртаса уңдырышлылығы гектарынан 150-170 центнерҙы тәшкил итә. Быйыл һуған да уңышы менән ҡыуандыра. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, һәр гектарҙан ауыл эшсәндәре 135-шәр центнер йыйған. Бөгөнгө көндә йәшелсә культуралары йәмғеһе – 220 гектарҙа, картуф 13 гектарҙа йыйып алынған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республиканың йәшелсә плантациялары 15 мең гектарҙан аша. Һәм уларҙың ҙур өлөшө халыҡтың шәхси хужалыҡтарына тура килә – 13423 гектар. Ауыл хужалығы предприятиелары витаминлы продукцияға – 921 гектар, ә фермерҙар 843 гектар ерен бүлгән.

Белгестәр күҙаллауынса, республикала үҫтерелгән йәшелсә уңышы киләһе миҙгелгә тиклем етәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть