Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә башланғыс кластар уҡытыусылары талап ителә

Йәмғиәт

Яңы уҡыу йылы башланырға бер аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалды. Ләкин, асыҡланыуынса, Өфөнөң күпселек мәктәптәрендә кадрҙар мәсьәләһе әле булһа хәл ителмәгән. Ҡаланың белем биреү учреждениелары башланғыс кластар уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерә. Шулай итеп, бөгөнгө көндә башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн 34 вакансия асыҡ. Был хаҡта бөгөн яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов әйтте.

Ҡала башлығы урынбаҫары килеп тыуған хәлде йыл һайын Өфөлә беренсе класҡа барыусылар һанының бер меңгә артыуы менән бәйләй. Мәктәп администрациялары талап ителгән белгестәрҙе һайлап алып өлгөрмәй.

Шулай уҡ баш ҡалала инглиз теле, физика, математика, информатика, технология һәм физкультура уҡытыусыларының етмәүе тойола, тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.

— Бынан тыш, балалар баҡсаларындағы хәл элеккесә хөрт. Бөгөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 74 тәрбиәсе талап ителә, шулай уҡ музыкаль етәкселәр һәм физик культура буйынса инструкторҙар кәрәк, — тине Сынтимер Баязитов. Шулай уҡ ҡаланың белем биреү учреждениеларындағы белгестәр вакансиялары хаҡында мәғлүмәт ай һайын Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы сайтында урынлаштырыла, тип өҫтәп әйтте ул.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть