6 декабрь, Шишәмбе

23 август 2011 йыл, 15:58

Рөстәм Хәмитов балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күренекле балетмейстер, РСФСР һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, 2012 йылда республикала юбилейлы датаға арналған саралар үтәсәк. Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәтенә юбилей сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын билдәләргә, шулай уҡ саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушты, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.