Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Иглинда Башҡортостандың иң яҡшы умартасыһы билдәләнәсәк

Иҡтисад

26 августа Иглинда XI Республика умартасылар конкурсы һәм мәктәп уҡыусылары араһында V «Йәш умартасы» Республика конкурсы үтәсәк. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы 95-се һөнәрселек училище нигеҙендә уҙғарыласаҡ.

Республика умартасылар конкурстарын үткәреү Башҡортостанда матур йолаға әүерелгән. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, умартасылар араһында тәүге республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы Дыуан районы Мәсәғүт ауылында «Михайловка» совхозы умарталығы нигеҙендә 1998 йылдың 25 авгусында үткән. Был район умартасылар конкурсын башлап ебәргән дә инде. Тәжрибә туплау, бал ҡорттарын ҡарау технологияларын күрһәтеү, уларҙы үрсетеүҙең яңы алымдарына өйрәнеү өсөн төбәктең иң яҡшы умартасылары йыл һайын бергә йыйыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть