10 декабрь, Шәмбе

23 август 2011 йыл, 14:05

Өфөлә - «Чемпиондар аллеяһы»

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

Шишәмбе, 23 августа, Өфөнөң «Буревестник» бассейны бинаһы алдында йөҙөү буйынса олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпиондары хөрмәтенә «Олимпиясыларҙың йондоҙҙар аллеяһы» асылды. Акцияны М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәрҙе.

Үҙенең йондоҙон булдырыуға киләһе спортсылар лайыҡ булды: йөҙөү буйынса халыҡ-ара класындағы спорт мастеры (1987 йыл), Барселонала Олимпия уйындары чемпионы (1992 йыл), Башҡорт дәүләт педагогия университетының баш тренерҙарының береһе Вениамин Таянович; йөҙөү буйынса өс тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусы Андрей Строкин; 2009 йылғы Сурдлимпия уйындары чемпионы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5 курс студенты Вадим Боровик; 2008 йылғы өс тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 3 курс студенты Оксана Савченко.

Йондоҙҙар аллеяһын асыу тантанаһында БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, БР Йөҙөү федерацияһы рәйесе Александр Артюхов, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Вячеслав Чернов, Спорт буйынса Өфө комитеты рәйесе Сергей Степанов һәм Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Салауат Сәғитов ҡатнашты.

«Чемпиондар аллеяһын» асыу – бик яҡшы идея, аллея артабан үҫергә, йәғни бында йондоҙҙар күбәйергә тейеш, тигән дөйөм фекергә килде сарала ҡатнашыусылар.

Был ямғырлы көндә (һыу стихияһы ла үҙ өлөшөн индерҙе) чемпиондар һәм почетлы ҡунаҡтар иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ағастар ултыртты, алдағы еңеүҙәргә ышаныс символы булараҡ күккә һауа шарҙарын осорҙо.