Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостан ғалимдары Ҡырғыҙстан менән ғилми бәйләнеште үҫтерә

Йәмғиәт

Башҡортостан ғалимдары делегацияһы башҡорт-ҡырғыҙ тарихи-мәҙәни бәйләнештәрен, Ҡырғыҙстанда башҡорт диаспораһының этнодемографик процестарын өйрәнеүгә бағышланған визит менән Ҡырғыҙстанға барып ҡайтты. БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының директор вазифаһын башҡарыусы Илгиз Солтанморатов, БР Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Ватандаштар менән эшләү комиссияһы рәйесе урынбаҫары Римма Сөләймәнова һәм башҡалар делегация составына инде.

Делегация Ҡырғыҙстандың тарихсылары, этнографтары, социологтары, бер нисә вуз һәм ғилми-тикшеренеү институты етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе, «Туган тел», «Татыулык», «Ак тирма» татар-башҡорт мәҙәни үҙәктәрендә булды. Ҡырғыҙстандағы башҡорт йәмәғәт хәрәкәтенең әүҙем вәкилдәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Визит сиктәрендә Ҡырғыҙстан Республикаһының Милли Фәндәр академияһы Көньяҡ бүлегенең төбәк ғилми-мәғариф үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть