3 декабрь, Шәмбе

23 август 2011 йыл, 13:14

«Ашан» Республика көнөнә асыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөләге «Ашан» гипермаркетын Республика көнөнә асыу планлаштырыла. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Әлеге ваҡытта яңы гипермаркетта эшләйәсәк хеҙмәтләндереү персоналы уҡыу курстары үтә.

Францияның «Ашан» компанияһы 1961 йылда ойошторолған. Бөгөн был донъялағы иң эре сауҙа селтәрҙәренең береһе. Бар донъя буйлап уның 380 гипермаркеты, 664 супермаркеты һәм ике меңдән ашыу магазины иҫәпләнә. Рәсәйҙә бөгөн 14 «Ашан» гипермаркеты эшләй.

Асылыуға әҙерләнгән «Ашан» янында донъяға билдәле «Леруа Мерлен», «МЕТРО», «Касторама» селтәрҙәренең сауҙа комплекстары эшләй. Ә 25 августа «ИКЕА» гипермаркеты асылырға тейеш.