Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 237 яңы юл билдәһе ҡуйыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә 237 яңы юл билдәһе ҡуйыласаҡ, шуларҙың 71-е юл өҫтөнән тарттырылған сымдарға эленәсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк хәбәр итте.

Билдәләрҙе Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Цюрупа, З.Вәлиди, Аксаков һәм Революцион урамдары менән сикләнгән участкала бер яҡлы хәрәкәт ойоштороу арҡаһында ҡуйыу планлаштырылған.

Шул уҡ мәлдә бер нисә иҫке юл билдәһе алынасаҡ.

— «Туҡталыш тыйылған» һәм «Туҡтап тороу тыйылған» кеүек юл билдәләрен мөмкин тиклем алып ташларға тырышасаҡбыҙ, сөнки уларға барыбер берәү ҙә иғтибар итмәй, — тип аңлатма бирҙе ҡала башлығы Павел Качкаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть