7 декабрь, Шаршамбы

23 август 2011 йыл, 12:08

Өфөлә Нанотехнологиялар конгресы асылды

автор: Любовь Колоколова

II Нанотехнологиялар конгресы 23 августа Өфөлә асылды. Ул Когресс-холл бинаһында үтә, сарала донъяның төрлө илдәренән күләмле наноструктур материалдар менән шөғөлләнеүсе 200 ғалим һәм сәнәғәтсе йыйылған.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Фәндәр академияһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты.

Нанотехнологиялар конгресында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, фәнни-техник экспертиза департаменты директоры, «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы ағзаһы Сергей Калюжный, ғалимдар, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, эре сәнәғәт предприятие етәкселәре ҡатнаша.

Сит ил фән эшмәкәрҙәре араһынан – Германия, АҠШ, Бөйөк Британия, Япония, Ҡытай, Австрия, Төркиә, Көньяҡ Корея, Чехия, Иран, Украина һәм башҡа ил ғалимдары.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, конгресс сиктәрендә II махсус юғары технологиялар күргәҙмәһе, «Күләмле наноструктур материалдар: фәндән инновацияларға BNM-2011» өсөнсө халыҡ-ара симпозиумы үтәсәк.

Алты түңәрәк өҫтәл күләмле наноструктур материалдарҙы коммерциялаштырыуҙың бөтә өлкәләрен үҙ эсенә аласаҡ, шул иҫәптән республика НАНОүҙәген ойоштороу һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Ике көнлөк Рәсәй-Франция-Германия семинарында күләмле наноструктур материалдарҙың барлыҡ нескәлектәре ҡараласаҡ.

Республика белгестәре өсөн «Инновациялар, мәғариф, фән» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бәләкәй инновацион предприятие өлгөһөндә наноиндустрия өлкәһендә технологиялар трансферын ойоштороу үҙенсәлектәре» мастер-класы ойоштороласаҡ.

Бынан тыш, «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән үҙ-ара системалы эш итеү маҡсатында «Юғары технологияларҙы коммерциялаштырыу» мәғлүмәт семинары үтәсәк.

Нанотехнологиялар конгресының эш программаһы өс көнгә иҫәпләнгән.