5 декабрь, Дүшәмбе

23 август 2011 йыл, 11:25

Нефтекама халҡы һалым грамотаһына өйрәнәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Һалым түләүселәр өсөн традицион семинарҙар Башҡортостанда 24 — 26 августа үтәсәк. Был юлы граждандарҙы Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларын, шулай уҡ Ҡалтасы һәм Краснокама райондарын хеҙмәтләндереүсе 29-сы район-ара инспекция белгестәре ҡабул итә.

Һалымсылар граждандарға һәм эшҡыуарҙарға иҫәп-хисап бланкыларын файҙаланыу тәртибе, һалым, йыйымдар, пени һәм штраф түләү сроктарының үҙгәреүе,  шулай уҡ түләүҙе кисектереү, бурыс түләү ваҡытын оҙайтыу һәм инвестицион һалым шарттары тураһында һөйләйәсәк.

Хаталарҙы төҙәтеп, аныҡланған декларация тапшырғанда кире эҙемтәләрҙе булдырмаҫ өсөн, эшҡыуарҙарға бухгалтерлыҡ һәм һалым иҫәп-хисабындағы мәғлүмәттәрҙе яраштырыу буйынса консультация алыу ҙа артыҡ булмаясаҡ.  Халыҡ иһә дауаланыуға, уҡыуға һәм башҡаға сарыф ителгән суммаға һалымды кире ҡайтарыу тураһында мәғлүмәт ала аласаҡ. Бынан тыш, һалымсылар теләге булғандарҙы хеҙмәттең интернет-сервистары менән файҙаланырға – атап әйткәндә, элемтәнең телекоммуникацион каналдары буйынса иҫәп-хисап бирергә өйрәтәсәк.

24 һәм 26 августа һалым түләүселәр менән осрашыу – Нефтекамалағы һалым инспекцияһы бинаһында, ә 25 августа Ҡалтасы ауылы хакимиәте бинаһында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.