5 декабрь, Дүшәмбе

23 август 2011 йыл, 10:45

Башҡортостанда праймериз тамамланды

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда праймериз тамамланды. Вәкилдәрҙең алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙың төбәк исемлегенә кандидаттар менән һуңғы осрашыуы Өфөнөң Мили йәштәр театрында үтте.

Республика баш ҡалаһының Киров районында үткән һуңғы, 17-се праймериз майҙансығы эшендә 379 вәкил һәм 58 кандидат ҡатнашты. Вәкилдәрҙең депутатлыҡҡа кандидаттар менән һуңғы осрашыуында Башҡортостан Президенты ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов бөгөн республикала булған проблемалар, уларҙан сығыу юлдары хаҡында һөйләне. Бөгөн күп нәмә йәмәғәтселек вәкилдәре һайлаясаҡ кешеләрҙән тора, тип билдәләне республика Президенты.

— Дәүләт Думаһына беҙ командала эшләй белергә тейеш лайыҡлы вәкилдәрҙе һайларға бурыслыбыҙ, — тип белдерҙе төбәк башлығы.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев сәләмләү һүҙендә ошо көндәрҙә бөтә Рәсәйҙә алдан тауыш биреү процедураһының тамамланыуын билдәләне.

— Республика тормошондағы был мөһим ваҡиғаға һеҙ яуаплы ҡарарһығыҙ һәм тауыштарығыҙҙы әҙерлекле һәм яуаплы кандидаттар, Дәүләт Думаһында республика мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡларлыҡ кешеләр өсөн бирерһегеҙ, тип ышанам, — тине ул.

Һайлаусылар алдында 30 кандидат сығыш яһаны. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин төбәккә генә түгел, бөтә Рәсәйгә хас мәғариф мәсьәләләренә иғтибарын йүнәлтте.

— Бөгөн дөйөм халыҡ тауыш биреүенең һуңғы процедураһы, — тип билдәләне Раил Әсәҙуллин. – Праймериз йомғаҡтары буйынса кемдер Дәүләт Думаһында Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ, кемдер бында ҡалып, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Шул уҡ ваҡытта беҙ бер команда булып ҡалырға тейешбеҙ. Ни өсөн мин праймеризда ҡатнашам? Сөнки тағы ла бер тапҡыр мәғариф мәсьәләләре республикала һәм Рәсәйҙә ҡулланылған саралар системаһы ярҙамында ғына хәл ителергә тейеш түгеллеген әйтергә теләйем. Беҙгә яңы аҙымдар кәрәк.

Дәүләт Думаһының ғәмәлдәге депутаты Сәлиә Мырҙабаева үҙенең сығышында сарала ҡатнашыусыларҙы битараф булмаҫҡа саҡырҙы.

— Беҙ үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ, улар барлыҡ өлкәләрҙә, шул иҫәптән сәйәсәттә лә булып тора. Был йәһәттән беҙҙең өсөн иң мөһиме – битараф булмау. Һәр беребеҙ үҙ хоҡуҡтарын, үҙ бурыстарын белергә тейеш. Ҡануниәтте камиллаштырып, закондар ҡабул итеп, уларҙың бойомға ашырылыуы һәр беребеҙҙән торасаҡ, — тине ул.

Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттарҙың тулы исемлектәре федераль кимәлдә 23-24 сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Берҙәм Рәсәй» партияһының IX съезында билдәләнәсәк.