Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Республика аграрийҙары бесән әҙерләү буйынса планды үтәүгә яҡынлашты

Иҡтисад

Башҡортостандың бөтә райондары ла әүҙем рәүештә мал аҙығы әҙерләү менән шөғөлләнә. Йәмғеһе 2454 мең тонна сенаж һалынған, был планлаштырылғанға ҡарағанда 12 процентҡа күберәк. 792 мең тонна бесән тупланған, планға ҡарата был 91%. Баҡалы районында тупаҫ мал аҙығы – планлаштырылғанға ҡарағанда ике тапҡырға, Архангел, Ҡыйғы, Көйөргәҙе, Тәтешле, Туймазы, Шишмә райондарында 1,5 тапҡырға күберәк әҙерләнгән.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республиканың 44 районында силос һалыу эштәре алып барыла. Мәсетлелә силос траншеялары 206 процентҡа тултырылған. Бер шартлы мал башына районда 28,6 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә. Республика буйынса уртаса алғанда был һан 22,7 центнерға тиң.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть