6 декабрь, Шишәмбе

22 август 2011 йыл, 17:30

Яр Саллының балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылды

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, Яр Саллыла, «Айһылыу» балалар баҡсаһында 25 балаға иҫәпләнгән башҡорт төркөмөн асыу тантанаһы үтте. Был ҡалала йәшәгән башҡорттарға ғына түгел, Башҡортостан Республикаһының башҡорт йәмәғәтселеге өсөн дә мөһим ваҡиға. Башҡорт төркөмөн тамамлаусылар белем алыуҙы Яр Саллылағы башҡорт урта мәктәбендә дауам итә аласаҡ.

Тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты делегацияһы башҡорт төркөмө тәрбиәселәренә музыкаль үҙәк, «Китап» нәшриәтенең башҡорт телендә сыҡҡан китаптарын бүләк итте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле БР Мәғариф министрлығы ярҙамында БР Мәғарифты үҫтереү институтында «Айһылыу» балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәселәре өсөн курстар ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә.

Белешмә өсөн. Әлеге ваҡытта Яр Саллыла 13 мең самаһы башҡорт йәшәй. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ҡалала «Юлдаш» башҡорт мәҙәни йәмғиәте ойошторола. «Милли-мәҙәни автономия тураһында»ғы Федераль закон ҡабул ителгәндән һуң «Юлдаш» йәмғиәте 2000 йылда «Шоңҡар» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы итеп үҙгәртелә һәм милли мәҙәниәтте, йолалар һәм традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт телен өйрәнеү буйынса әүҙем эш башлай, Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Башҡорт йәмәғәтселеге тырышлығы менән тап яр Саллыла 2004 йылдың сентябрендә Татарстандағы тәүге башҡорт мәктәбе асыла (11-се урта мәктәп нигеҙендә). Бында 1-11 класс уҡыусылары башҡорт телен өйрәнә. Хәҙер ҡалала балалар баҡсаһындағы тәүге башҡорт төркөмө лә барлыҡҡа килде.