2 декабрь, Йома

22 август 2011 йыл, 17:19

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 755 мең гектар майҙанда сабылған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

БР Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәгенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 22 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары 755 мең гектар майҙанда (46%) сабып алынған. Йәмғеһе 704 мең гектарҙа иген һуғып алынған, был планға ҡарата 43 процентты тәшкил итә.

Республика аграрийҙары миллион ярым тонна иген алыуға яҡынлашҡан – 1472 мең тонна. Баҡалы, Благовар, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Саҡмағош, Шаран райондарында 50 проценттан ашыу майҙанда ашлыҡ һуғып алынған.  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Архангел, Ауырғазы, Ейәнсура, Илеш, Күгәрсен, Шишмә райондары игенселәре лә был сиккә яҡынлаша. Республика буйынса уртаса уңдырышлыҡ гектарынан 20,9 центнерҙы тәшкил итә. Иң юғары уңыш – Саҡмағош (гектарынан 30,5 центнер), Мәләүез  һәм Өфө райондарында (гектарынан 30-ышар центнер).

Өфө районы хеҙмәтсәндәре бер көндә — 5,3 процент, Краснокама һәм Хәйбулла аграрийҙары – 4,2-шәр процент, Баҡалы районы игенселәре 4,1 процент сәсеүлек майҙандарындағы игенен һуғып ала.

Белорет, Бөрйән, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарынан тыш, бөтә райондарҙа ла ужым сәсеү алып барыла. Бөгөнгө көндә ужым культуралары 172 мең гектар майҙанда (26%) сәселгән.