10 декабрь, Шәмбе

22 август 2011 йыл, 16:21

Башҡортостан вәкилдәре «Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан делегацияһы 15-17 сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе» VII Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашасаҡ. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе» Бөтә Рәсәй форумы – илдең күпселек төбәктәренән ҡатнашыусылар йыйған йыл һайын үткәрелеүсе сара, федераль һәм төбәк социаль программалары смотры. Форум Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте, федераль министрлыҡтар, агентлыҡтар һәм хеҙмәттәр, Мәскәү ҡалаһы Хөкүмәте, төбәк хакимиәттәре ярҙамында үткәрелә.

Күргәҙмә экспозицияһында һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, физкультура, спорт, туризм, мәҙәниәт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса махсус стендтар урынлаштырыласаҡ.

Сара сиктәрендә актуаль социаль мәсьәләләр буйынса бер нисә конгресс, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, спорт һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы үҫтереү буйынса федераль һәм төбәк программалары күргәҙмәһе үтәсәк.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғариф министрлығы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре «Милләт сәләмәтлеге – Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе» форумында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаясаҡ делегация составына инәсәк.