8 декабрь, Кесе йома

22 август 2011 йыл, 16:04

24 августа инвалидлыҡ мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойоштороласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

24 августа РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә инвалидлыҡты билдәләү һәм инвалидтарҙы реабилитациялау мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителәсәк.

Ҡабул итеүҙе Башҡортостан Республикаһы буйынса Медицина-социаль экспертиза баш бюроһы етәксеһе урынбаҫары  Елена Сафронова үткәрәсәк.

Башлана — 10 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс