7 декабрь, Шаршамбы

22 август 2011 йыл, 15:51

Республикала ауыл подразделениеларына янғын һүндереү техникаһы тапшырылды

автор: Ольга Мортазина

Бүздәктә янғын һүндереүселәргә быйылғы йылда махсус техниканың һуңғы партияһы тапшырылды. Алты модернизацияланған автомобиль Өфө, Иглин, Ғафури, Дәүләкән, Учалы һәм Яңауыл райондарында ойошторолоусы ирекле янғын һағы подразделениеларына бирелде. Элегерәк хәбәр ителеүенсә, үрҙә күрһәтелгән машиналар Рәсәй Оборона министрлығының конверсион техникаһы ул. АРС-14 (һыу ҡойоу станциялары) автомобилдәре хәрби келәттәрҙә 80-се йылдарҙан алып һаҡлана. Уларҙы төбәктәргә тапшырырға ҡарар ителгән, төбәктәр иһә уларҙы үҙҙәренең иҫәбенә янғын техникаһы итеп ҡайтанан йыһазландырырға тейеш. Былтыр Башҡортостан — 12, быйыл 21 АРС алған, киләһе йылда тағы 35 машина аласаҡ. Модернизациялауға тендерҙа Бүздәктең «Урал ГАЗ-Ойл» предприятиеһы еңгән.

— Модернизациялау иҫке быуындарҙы ремонтлау һәм алмаштырыуҙы, яҡтылыҡ сағылдырыусы маяҡтар ҡуйыуҙы, мотопомпа һәм башҡа төрлө янғын һүндереү ҡорамалдары, шулай уҡ ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота, — тип хәбәр итте РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәре Марат Борханов. — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был техника менән матди базаһын нығытыуға мохтаж подразделениеларҙы өҫтәп тәьмин итә.