3 декабрь, Шәмбе

22 август 2011 йыл, 15:02

Нефтекама педагогы «Интерактив мозаика» презентациялар конкурсында еңде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Нефтекама мәктәптәренең береһенең педагогы Василина Шамыкаева уҡытыусыларҙың үҙ-ара ярҙам берлеге менән ойошторолған «Интерактив мозаика» презентациялар конкурсында еңде (http://pedsovet.su). Уның хеҙмәтен — 8-11 кластар өсөн «Шерлок Холмста ҡунаҡта» театрлаштырылған уйынын коллегалары юғары баһаланы.

pedsovet.su мәғлүмәте буйынса, конкурсҡа йәмғеһе 357 эш тәҡдим ителгән. Педагогтар хеҙмәтен жюри ағзалары баһалаған. Ҡуйылған баһаларҙың барыһы ла бер таблицаға тупланған, ул үҙ сиратында бихисап эштәр араһындағы айырманың ундан бер өлөштө тәшкил итеүен күрһәткән. Шуға күрә сайт хакимиәте конкурс эштәренә урындар бирмәҫкә, иң юғары балл йыйған бар эштәрҙе лә еңеүсе тип иғлан итергә ҡарар иткән. Василина Шамыкаеваның эше лә улар иҫәбендә.