7 декабрь, Шаршамбы

22 август 2011 йыл, 13:42

Өфөлә «Олимпиясыларҙың йондоҙҙар аллеяһы» асыласаҡ

автор: Дмитрий Слезин

23 августа 11 сәғәттә Өфөнөң «Буревестник» бассейны бинаһы алдында йөҙөү буйынса олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпиондары хөрмәтенә «Олимпиясыларҙың йондоҙҙар аллеяһы» асыласаҡ. Акцияны М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәрә.

Үҙенең йондоҙон булдырыу хөрмәтенә киләһеләр лайыҡ булды:

Вениамин Таянович, йөҙөү буйынса халыҡ-ара класындағы спорт мастеры (1987 йыл), Барселонала Олимпия уйындары чемпионы (1992 йыл), Башҡорт дәүләт педагогия университетының баш тренерҙарының береһе;

Андрей Строкин, йөҙөү буйынса өс тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусы;

Вадим Боровик, 2009 йылғы Сурдлимпия уйындары чемпионы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының 5 курс студенты;

Оксана Савченко, 2008 йылғы өс тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 3 курс студенты.

Был билдәле спортсыларҙың исеме яҙылған дүрт йондоҙ баш ҡала скверын йәмләйәсәк.

Шулай уҡ был көндө чемпиондар һәм почетлы ҡунаҡтар иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ағастар ултыртасаҡ һәм алдағы еңеүҙәргә ышаныс символы булараҡ күккә һауа шарҙарын осорасаҡ.