11 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2011 йыл, 12:51

Өс бүлмәле фатирҙарға тағы хаҡ артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ тағы 0,2 процентҡа артып, квадрат метрына 46,89 һум тәшкил итте. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бер аҙна элек был сегментта ошондай уҡ хаҡтар үҫеше теркәлгәйне.  

Бөгөнгө көнгә ҡарата бер бүлмәле фатирҙар — 1,1 процентҡа, ике бүлмәлеләр — 1,3 процентҡа, күп бүлмәлеләр 0,7 процентҡа арзанайған. Ә өс бүлмәле фатирҙар сегментында бер аҙнала хаҡтар ике процентҡа күтәрелгән.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге мәлдә иң арзан бер бүлмәле фатир ҡалала 900 мең һумға тәҡдим ителә. Ул Ферин урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны — 38 кв. метр. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Майҙаны 202,4 кв. метрға тиң был биш бүлмәле фатир Достоевский урамында урынлашҡан.

Иң арзан бүлмәне Ҡулса урамынан 480 мең һумға алырға мөмкин. Уның майҙаны 17 кв. метрҙы тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмәнең хаҡы (17,2 кв. метр) — 1250 мең һум, ул Октябрь проспектында урынлашҡан.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 48 миллион һумға тәҡдим ителә. Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы районында урынлашҡан был йорттоң майҙаны 590 квадрат метрға тиң.