9 декабрь, Йома

22 август 2011 йыл, 12:39

Рөстәм Хәмитов «Башҡорт ҡаҙы» предприятиеһында булды

автор: ИА «Башинформ» | фото: Владимир Карабанов

Федоровка районының Алешкино ауылында Рөстәм Хәмитов «Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһының ҡошсолоҡ фермаһында булды, унда ул инә ҡаҙҙар аҫрау һәм үрсетеү менән танышты.

«Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2006 йылда ойошторолған. Итальян һәм линда тоҡомло ҡаҙҙар үҫтереү һәм үрсетеү менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көнгә 20 мең баштан ашыу аталыҡ һәм инәлек иҫәпләнә. Бында инкубацион йомортҡа алыу, бәпкә сығарыу һәм үҫтереүҙән алып, һуйыу һәм ҡош итен эшкәртеүгә тиклем производствоның тулы циклы көйләнгән. Предприятие продукцияны республикала, шулай уҡ төбәктән ситтә лә һата.

«Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге дауамында Гавриловка һәм Алешкино ауылдарында бер нисә ташландыҡ фермаға реконструкция үткәргән. Әлеге ваҡытта элекке ауыл хужалығы кооперативының һөтсөлөк-тауар фермаһы биналарын реконструкциялау дауам итә, һуғым цехы урынлаштырыласаҡ бинаға реконструкция үткәрелә. 2010 йылда өҫтәп элекке инкубатор станцияһы бинаһы ҡуртымға алынған. Бөгөнгө көндә аталыҡ һәм инәлекте аҫрау өсөн реконструкцияланған һәм ҡайтанан тергеҙелгән производство биналары 15 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды тәшкил итә. Алдағы йылдарҙа предприятие ҡоштар иҫәбен 50 меңгә тиклем арттырырға ниәтләй. Әлеге ваҡытта продукцияны «Ашан» сауҙа селтәренә поставкалау тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

— Фермерҙар бер-ике йыл эсендә аяҡҡа баҫып, тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһын өсөн, уларҙы уңышлы итеү — беҙҙең маҡсат, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.