4 декабрь, Йәкшәмбе

22 август 2011 йыл, 11:04

Федоровка ауылының мәктәбен реконструкциялау өсөн 65 млн һум талап ителә

автор: "Башинформ" | фото: Владимир Карабанов

Башҡортостан Президенты район буйлап эш сәфәре һуңында Федоровка район үҙәгендәге 1-се дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Рөстәм Хәмитов урта мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе. Бында яҡын-тирәләге ете тораҡ пункттан 330 бала уҡый. Ике ҡатлы мәктәп бинаһы 1936 һәм 1964 йылдарҙа төҙөлгән ике корпустан тора.  

Мәғариф учреждениеһы санитар талаптарға яуап бирмәй: унда эске санузел юҡ, ашхана 50 кешене генә һыйҙыра, ә спорт залы үҙгәртеп ҡоролған йыйылыштар залында урынлашҡан.

Әммә төп проблема бинаның туҙған хәлдә булыуында, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Атап әйткәндә, бинаның иҫке өлөшөндәге ағас таяуҙарҙың эксплуатациялау ваҡыты күптән үткән.

2008 йылда «Башжилкоммунпроект» проект институты дәүләт унитар предприятиеһы 129 млн һумға баҫасаҡ 320 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөүгә проект-смета документацияһын әҙерләгән, ләкин был вариант финанслау проблемалары арҡаһында кисектерелгән. Шуға күрә бөгөн иң перспективалыһы булараҡ бинаны реконструкциялау варианты ҡарала. Проект-смета документацияһы ла әҙер. Ул 2009 йылда уҡ эшләнгән. Бинаға капиталь ремонт үткәреүгә йәмғеһе 65 млн һум самаһы аҡса талап ителәсәк.