8 декабрь, Кесе йома

22 август 2011 йыл, 10:45

Рөстәм Хәмитов: «Аграрийҙарға формаль билдәләр буйынса ярҙам итеүҙән баш тартырға ярамай»

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 20 августағы эш сәфәре барышында Федоровка районының Үрге Яуыш ауылында ҡур етештереү технологияһы менән танышты.

«Солод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡур етештереү цехы 2003 йылдан эшләй. Бында ҡыҙыл һәм аҡ арыш ҡуры етештерелә. Әҙер продукция Өфөнөң «Восход» икмәк берекмәһенә, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты», «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә, «Яҡташ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, Ырымбур өлкәһе икмәкханаларына ебәрелә.

Перспективала предприятие цехты реконструкциялап, продукция сығарыу күләмдәрен арттырыуҙы планлаштыра. Бөгөн бында йылына 4,5 млн һумдан ашыулыҡ ҡур етештерелә. Цикорий киптереү предприятие эшмәкәрлегенең икенсе йүнәлеше булып тора.

Рөстәм Хәмитов, ҡур етештереү — йәшәүгә һәләтле бизнестың асыҡ өлгөһө һәм бындай предприятиеларға етештереү күләмдәрен арттыуҙа ярҙам итергә кәрәк, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәттең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре категорияһына ҡарамауы асыҡланды, шуның арҡаһында уның дәүләттән дотациялар һәм субсидиялар алыу мөмкинлеге лә юҡ. «Солод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөн был иң көнүҙәк проблема булып тора.

— Был беҙҙең аграрий һәм уға формаль билдәләр буйынса ярҙам итеүҙән баш тартырға ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов. — Предприятиела үҙенсәлекле етештереү технологияһы булдырылған, һатыу баҙары бар, рентабеллек һәйбәт.  Ҡур етештереү күләмдәрен ярайһы ныҡ арттырыу һәм цехты ҙурайтыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, тип уйлайым. Был районда яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Бөгөн цехта ай һайын 14-15 тонна эталонлы ҡур етештерелә. Уға булған һорау етештереү күләмен кәм тигәндә айына 100 тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеген бирә.